09:05 (UTC+5), 15 Декабря 2014

Бөгөн Рәсәйҙә һөнәри бурыстарын үтәгәндә һәләк булған журналистарҙың Хәтер көнө билдәләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 15 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Бөгөн Рәсәйҙә һөнәри бурыстарын үтәгәндә һәләк булған журналистарҙы иҫкә алалар. Был көн Журналистар союзы инициативаһы менән 1991 йылдан билдәләнә.
Рәсәй журналистары союзы мәғлүмәттәре буйынса, илдә йыл һайын төрлө хәлдәрҙә 20-гә яҡын хәбәрсе һәләк була. Ҡайһы бер енәйәттәр оҙаҡ йылдар асылмай. Дмитрий Холодов менән Владислав Листьевты үлтереүселәр әле һаман иректә. Һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған журналистар исемлегендә — «Тольяттинское обозрение» гәзитенең баш мөхәррире Алексей Сидоров, «Новая газета» баҫмаһы күҙәтеүсеһе Анна Политковская.
Йыл башынан алып Украинала ете журналист һәләк булды. Шулай уҡ хәбәрселәрҙе туҡмауҙың 300-гә яҡын осрағы теркәлде.
Һүҙ азатлығы өсөн ғүмерҙәрен биргән журналистар иҫтәлегенә Рәсәйҙең билдәле киң мәғлүмәт саралары редакциялары төрлө премиялар булдырған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика