09:33 (UTC+5), 12 Декабря 2014

Башҡортостандың тау саңғыһы үҙәктәрендә ҡышҡы миҙгел асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Алдағы ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәр республикалағы һигеҙ, шулай уҡ Силәбе өлкәһендә урынлашҡан бер тау саңғыһы комплексына бара аласаҡ.
Өфөлә («Аҡ Йорт», «Олимпик-парк»), Ҡандракүлдә (Туймазы районы), Иглин районының Аҡбирҙе ауылында («Ташлы», тюбинг өсөн генә трасса бар), Ишембай районының Шахтау ҡасабаһында («Ҡуш-тау»), Мәләүез районының Һабаш ауылында («Ергән-тау») трассалар эшләй башланы. Яҡтыкүлдә (Әбйәлил районы, «Металлург-Магнитогорск»), Абҙаҡта (Белорет районы), шулай уҡ Нуриман районының Павловка ауылынан ете километр алыҫлыҡта («Павлов паркы») трассалар асылды. Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында «Райдер» тау саңғыһы комплексы эшләй.
Республиканың бөтә тау саңғыһы үҙәктәрендә тюбингтар өсөн трассалар бар.
Тау саңғыһы үҙәктәре хеҙмәттәре, әүҙем трассалар, адрестар һәм телефондар тураһында мәғлүмәт «Башинформ» агентлығының мәғлүмәт графикаһында бирелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика