10:15 (UTC+5), 11 Декабрь 2014

Рөстәм Хәмитов: «Баш табиптарға кабинеттарынан сығырға ваҡыт»

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 10 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары һәм медицина учреждениелары етәкселәре менән осрашты. Төбәк башлығы һаулыҡ һаҡлау муниципаль учреждениелары баш табиптарының эшен тәнҡитләп сығыш яһаны, улар алдына үлем осраҡтарын кәметеү һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәреү бурысын ҡуйҙы.
Рөстәм Хәмитовтың һүҙҙәренсә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, кадрҙар әҙерләү буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыһы. Былтыр тармаҡҡа республика бюджетынан – 45, 2014 йылда 54 миллиард һум йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа етерлек. Башҡортостан Президенты йыл барышында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт алыуын хәбәр итте.
Республика етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәре алдына уртаса ғүмер оҙайлығы күрһәткестәрен арттырыу, үлемде кәметеү, алкоголизм һәм наркоманияға ҡаршы көрәш, суицидтарҙы иҫкәртеү бурыстарын ҡуйҙы.
Йыл һайын Башҡортостанда 1300 тирәһе кеше суицид арҡаһында яҡты донъянан китә. Эскелек төбәктәге үлем осраҡтары сәбәптәренең береһе булып тора.
Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре республика властары контроленә алынған тип билдәләне.
Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика