08:13 (UTC+5), 11 Декабря 2014

Киләһе аҙнала Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 15 декабрҙән 19-на тиклем Башҡортостанда бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә арналған саралар уҙа, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәгенән. Сараның программаһы бай һәм күп төрлө. Мәғариф һәм мәғрифәтселек тарихына бағышланған тематик күргәҙмәләр «Эрмитаж» художество галереяһында (Миәкә районы, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы, район Мәҙәниәт һарайы), Мәғарифты үҫтереү тарихы музейында (Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 22), Башҡорт дәүләт педагогия университетының Аҡ залында (Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3а) ойошторола. «Аҡмулла нәсихәттәре» республика фольклор байрамы 12–13 декабрҙә Миәкә районында үтә.
15 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-се яртыла педагогия университетының II корпусының уҡыу залында М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Азат Сәлихов, ә 16-да сәғәт 1-се 20 минутта драматург, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Наил Ғәйетбаев лекция уҡыясаҡ. (VI корпус, 202-се ауд).
Шул уҡ көндө иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем «Аҡмулланың тыуған яғында университет көндәре» үткәрелә. Уның сиктәрендә уҡытыусылар һәм студенттар күренекле мәғрифәтсе-шағирҙың яҡташтары менән осрашасаҡ. Уҙғарыу урыны — район Мәҙәниәт йорто, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы 1-се, 2-се мәктәптәр.
Йыл һайын Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙарында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 1000-дән ашыу кеше ҡатнаша. Был мәғрифәтсенең ижади мираҫы һәм мәғариф проблемаларының ғилми-педагогик йәмәғәтселек иғтибары үҙәгендә булыуы хаҡында һөйләй.
«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, 2015 йылда Аҡмулла уҡыуҙары Халыҡ-ара Евразия гуманистик форумы тип үҙгәртеләсәк. Был ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеүенә, БДПУ-ның Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы университеты составына инеүенә һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә күп һанлы эшлекле бәйләнештәр булдырыуға бәйле.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика