10:41 (UTC+5), 11 Декабря 2014

«Башкортостан» ДТРК-ның Бакулев исемендәге кардиоүҙәк тураһындағы фильмы Рәсәй тамашасыларына тәҡдим ителәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы А.Н. Бакулев исемендәге йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы ғилми үҙәге менән берлектә Рәсәйҙә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре проблемаһын күтәргән күләмле федераль проекттың инициаторы булып сығыш яһаны. Проект этаптарының береһендә медицина учреждениеһының эше хаҡында «Там, где живет душа» документаль фильмы төшөрөлдө. Сценарийҙың авторы - тележурналист Алина Сөләймәнова. 25 минутлыҡ таҫманың геройҙары – Башҡортостан Республикаһында, Белгород, Һамар, Мәскәү ҡалаларында йәшәүселәр. Премьера 2015-се – Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш йылы башланыр алдынан күрһәтеләсәк.
Фильмды республика тамашасылары 13 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-се 5 минутта «Рәсәй 1-Башҡортостан», 17 декабрҙә киске сәғәт 10-да «Рәсәй 24» каналында ҡарай аласаҡ. Премьеранан һуң картинаны Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә күрһәтәсәктәр.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика