Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2014, 19:31

Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 180 сығарылыш уҡыусыһы йомғаҡлау иншаһын яҙа алманы

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 180 сығарылыш уҡыусыһы һынау иншаһын яҙа алманы, тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Миникеева. 3 декабрҙә республикала 21 меңдән ашыу 11 класс уҡыусыһы һынау иншаһы яҙҙы.
Уның һөҙөмтәләренә ҡарап уҡыусыларға дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк. Һынауҙы тапшыра алмағандар иһә тағы ла ике тапҡыр яҙасаҡ. Резерв көндәр – 4 февраль һәм 6 май. Әгәр ҙә уҡыусы өс тапҡыр эште башҡара алмай икән, ул Берҙәм дәүләт имтиханына индерелмәй.
Мәктәп тамамлаусының теләге буйынса инша һөҙөмтәләре юғары уҡыу йортона ингәндә иҫәпкә алынасаҡ. Яҡшы баһа ҡуйылған яҙма эш өсөн абитуриентҡа Берҙәм дәүләт имтиханының дөйөм балына 10-ға яҡын балл өҫтәлеүе мөмкин.
Читайте нас: