07:04 (UTC+5), 09 Декабря 2014

Башҡортостанда ҡаҙ өмәләре башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 9 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Декабрь башында республика ауылдарында иң күркәм милли йолаларҙың береһе - ҡаҙ өмәһе үткәрелә. Туймазы районында ул элек-электән күңелле сараларҙан һанала.
Милли мәҙәниәттең байлығын һәм үҙенсәлеген сағылдырған байрамда ауыл халҡы бер-береһе менән аралаша, һәр кем үҙенең оҫталығын күрһәтә. Йәштәр киләсәктә ғаилә ҡороу өсөн бер-береһен күҙләй.
Туймазы районында шәхси хужалыҡтар ҡына түгел, шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиелары ла ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнә. Хәҙерге көндә районда миллиондан ашыу ҡош аҫрала, шуларҙың 70 мең тирәһе - инә ҡаҙҙар. Ҡаҙҙар республика халҡына ғына түгел, шулай уҡ күрше төбәктәргә һатыуға сығарыла, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика