Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.89
+0.15
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2014, 20:53

Рөстәм Хәмитов профессор Ренат Аҡсурин менән осрашты

ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 8 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең билдәле кардиохирургы, медицина фәндәре докторы, профессор Ренат Аҡсурин менән осрашты. Ул Өфөлә «Кардиология һәм кардиохирургия – проблемаға бер ҡараш» фәнни-практик конференцияһында ҡатнашты. Яҡтар Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш йылы сиктәрендә республика кардиология хеҙмәтенең үҫеш перспективаларын, шулай уҡ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ғүмер оҙайлығын арттырыу һәм үлем осраҡтарын кәметеү юлдарын тикшерҙе.
Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостан кардиология үҙәгенең матди-техник базаһы нығытылды, яңы технологиялар индерелде, шул иҫәптән трансплантология өлкәһендә, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү әүҙем алып барыла, тип билдәләне төбәк башлығы. Республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо – 69,8 йәш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйған бурысын хәл итеү – ошо күрһәткесте 74 йәшкә еткереү өсөн күп эштәр башҡарырға кәрәк.
– Әлбиттә, беҙ баш табиптарҙан талап итәбеҙ. Һуңғы өс йылда ҙур аҡса һәм матди ағым булды. Беҙгә үлем осраҡтарын кәметергә, пациенттар менән һөҙөмтәле эшләргә кәрәк. Кешеләрҙең күбеһе һаулыҡ һаҡлау сиcтемаһы эше менән ҡәнәғәт булырға тейеш. Хәҙерге көндә был һандар ҙур түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Барыһын да ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хәл итеп булмай. Йәмғиәттә һәм табиптар берләшмәһендә тейешле мәҙәниәт булырға тейешлеген аңлайбыҙ. Ваҡыт та талап ителә.
Ренат Аҡсурин конференцияла хәүефле сирҙәрҙе дауалау алымдарын тикшереүҙәрен һөйләне. Билдәле кардиохирург үҙе эшләгән үҙәк белгестәренең Башҡортостандағы коллегалары менән даими тәжрибә уртаҡлашырға әҙер булыуын белдерҙе.
Читайте нас: