16:30 (UTC+5), 08 Декабря 2014

«Мәскәү һылыуҡайы – 2014» конкурсында Әлфиә Килдейәрова еңеп сыҡты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡорт ҡыҙҙары араһында уҙғарылған «Мәскәү һылыуҡайы – 2014» конкурсында Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технологик университетының икенсе курс студенткаһы Әлфиә Килдейәрова еңеү яуланы. Ул бәйгенең бөтә этаптарында ла уңышлы сығыш яһап, баһалама ағзаларын һәм тамашасыларҙы әсир итте. Еңеүсенең һүҙҙәре буйынса, ул тәүге тапҡыр ошондай конкурста ҡатнашҡан. Инженер һөнәренә эйә булырға теләгән ҡыҙ техник өлкәлә белемен камиллаштырырға ниәтләй.
Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты эргәһендәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында БР студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы тарафынан ойошторолған гүзәллек конкурсы С.Орджоникиджзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведка университетында үтте. Бындай байрам илдең баш ҡалаһында икенсе тапҡыр ойошторолдо. Ә еңеүсе Өфөлә республика матурлыҡ бәйгеһендә үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
Гүзәллек конкурсында башҡорт эстрадаһы йондоҙо Рэдик Ефремов, Мәскәүҙең «Саптар» ҡурайсылар ансамбле, «Алтын Ай» бейеү ансамбле, фольклор коллективтары, тәүге «Мәскәү һылыуҡайы» бәйгеһе еңеүсеһе Камилә Биҡҡолова, башҡорт КВН командаһы студенттары сығыш яһаны.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика