09:19 (UTC+5), 04 Декабря 2014

Төбәктә Яңы йылды байрам итеү өсөн 143 мең шыршы әҙерләнәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басыров/. Яңы йыл тантаналары өсөн республикала 143 мең ылыҫлы ағас әҙерләнәсәк. Ағастарҙың иң күберәк өлөшөн Белорет (18 мең дана) һәм Йылайыр (15 мең) райондарында әҙерләү күҙаллана.
- Бөгөнгө көнгә төбәктә 38 мең ылыҫлы ағас әҙерләнгән, уларҙың 12 мең самаһы һатылған. Иң күберәге ҡарағай әҙерләнгән – 26 мең данаға яҡын. Аҡ шыршы туғыҙ мең, шыршы өс меңдән ашыу әҙерләп ҡуйылған. Бынан тыш, «Белорет урманы» дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта 2,6 меңдән ашыу ылыҫлы ағас ботаҡтары әҙерләп һатҡан, — тип хәбәр итте Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Милек, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Альберт Бохаров.
Яңы йыл шыршыларын әҙерләү 20 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика