10:26 (UTC+5), 04 Декабря 2014

Донъя ғалимдары Өфөлә Рәсәй һәм Көнсығыш илдәренең үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Башҡортостанда тыуған, Совет дипломаты, атаҡлы ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Кәрим Хәкимовтың 125 йыллығына арналған «Рәсәй һәм Көнсығыш илдәре: үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек тармаҡтары» эре халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа. Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән алдынғы шәрҡиәтселәр ислам һәм уның заманса донъялағы роле, Көнсығыш мәҙәниәте, шулай уҡ заманса халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләй.
Конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Президенты исеменән тәбрикләү телмәрен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин уҡып ишеттерҙе. Ул Рәсәйҙең ислам донъяһы менән боронғо тәрән хеҙмәттәшлек традицияларының күбеһенсә Кәрим Хәкимовтың дипломатик эшмәкәрлеге менән нығытылғанын билдәләне. Бөгөн Башҡортостанда ғилми шәрҡиәт мәктәптәрен яңынан тергеҙеүгә ҙур иғтибар бүленә, телдәр һәм мәҙәниәттәр диалогына ярҙам күрһәтелә.
Конференцияның пленар ултырышынан һуң ғалимдар «Көнсығыш йәмәғәт фекерендә һәм мәҙәниәттә: тарих һәм хәҙерге заман», «Көнсығыш илдәре менән дәүләт үҙ-ара эш итеү һәм хеҙмәттәшлек сәйәсәте хеҙмәтендә тыуған ил дипломатияһы», «Рәсәйҙең һәм Көнсығыш илдәренең иҡтисади хеҙмәттәшлеге», «Тарихи процеста һәм заманса донъяла ислам факторының роле» темалары буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша.
Форумды ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, республика Хөкүмәте, БР Мәғариф министрлығы, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡорт дәүләт университеты.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика