Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2014, 17:27

Төбәктә көслө ҡар яуауы һәм ел иҫеүе көтөлә

ӨФӨ, 2014 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 4-5 декабрҙә Рәсәй Гидрометеорология үҙәге Башҡортостанда көслө ҡар яуыуын, секундына 15-20 метр тиҙлектә ел иҫкәндә буран, боҙлауыҡ булыуын, көрт һалыуын күҙаллай.
Шул уҡ ваҡытта төбәктә һалҡын һауа торошо һаҡланасаҡ. Кесе йома көндөҙ минус 8 градус булыуы көтөлә, төндә термометр бағанаһы минус 19-ға ҡәҙәр төшәсәк. Йома, 5 декабрҙә, бер аҙ йылытасаҡ. Шәмбе ҡыш яңынан үҙ көсөнә инә: көндөҙ 11 градус һыуыҡ, төндә – минус 18-гә тиклем.
Читайте нас