Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2014, 15:56
Ғинуарҙа Башҡортостан халҡы бер юлы 11 көн ял итәсәк
ӨФӨ, 2014 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуарҙа яңы йыл каникулдары һәм 7 ғинуарҙа Раштыуа байрамы – эшләмәгән байрам көндәре. 3 һәм 4 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килгәс ял көндәре күсерелә. 3 ғинуарҙағы ял көнө йома, 9 ғинуарға, ә 4 ғинуар – дүшәмбе, 4 майға күсерелә. Бының хаҡта республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында республика халҡы 2015 йылдың 1 ғинуарынан алып 11-нә тиклем ял итәсәк.
Шаршамбы, 31 декабрҙә, эш көнөнең оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Йыл һайынғы түләүле ял биргәндә ялдың календарь көндәре иҫәбенә 1-8 ғинуарҙағы эшләмәгән байрам көндәре индерелмәй.
Теги:
байрамдар
Читайте нас