09:38 (UTC+5), 01 Декабрь 2014

Өфөлә иң яҡшы әсәне һайланылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә ҡаланың эшләүсе йәштәре араһында өсөнсө тапҡыр уҙғарылған «Мин — әсәй!» бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Йомғаҡлау гала-концерты Әсә көнө алдынан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында уҙҙы.
Конкурста 35 йәшкә тиклемге йәш әсәләр ҡатнашты. Сығыштарҙа ҡатнашыусылар ғаилә ҡиммәтәренең әһәмиәтен, сәләмәт йәшәү рәүешен, яуаплы ата-әсәлекте һәм ғаилә йолаларына һаҡсыл мөнәсәбәтте сағылдырҙы. Программала «Әйҙәгеҙ, әсәйҙәр!» визит карточкаһы, «Әсәйҙең алтын ҡулдары» аш-һыу бәйгеһе һәм бала ҡатнашлығында «Беҙ төрлө-төрлө» өйгә эш кеүек конкурстар булды.
Өфөнөң Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты хәбәр итеүенсә, конкурс жюриһы Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең БР буйынса Федераль кадастр палатаһы инженеры Юлиана Ғилфанованы еңеүсе итеп һайланы. «Иң ижади әсәй» номинацияһында иң яҡшыһы – «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте инженеры Екатерина Арапова. Ҡатнашыусылар араһында иң сибәре – «Перекресток» йәштәр үҙәгенең өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Анастасия Николаева. «Иң тәрән аҡыллы әсәй» номинацияһына Өфөнөң Дим районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге әйҙәүсе белгесе Оксана Романова лайыҡ булды. В.Л.Засов исемендәге Хәйриә фонды белгесе Надежда Әхмәтсафина «Иң зирәк әсәй» исемен яуланы. «Газпром төбәк-ара газ Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Үҙәк район буйынса ҡулланыусылар менән эшләү идаралығы юрисконсультанты Жанна Ҡотоева «Иң креатив әсәй» номинацияһында еңде. «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте инженер-технологы Екатерина Андрушкевич ҡатнашыусылар араһында музыкаға иң һәләтлеһе булып сыҡты.
Шулай уҡ Әсә көнөнә арналған байрамда йәш ата-әсәләр һәм буласаҡ әсәләр өсөн «Имен бала саҡ. Ныҡлы ғаилә» күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторолдо. Унда сараға килеүселәр белгестәрҙән бушлай кәңәш алып, файҙалы оҫталыҡ кластары ҡарай алды.
«Мин — әсәй!» конкурсы ғаилә мөнсәбәттәрен нығытыуға, ғаиләнең ижади потенциалын асыуға, шулай уҡ баш ҡаланың предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләүсе йәштәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлтелгән. Бәйгенең ойоштороусылары – Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, ҡаланың Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге һәм «Бала үҫтерәбеҙ. Өфө» журналы.
1 из 18
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика