10:48 (UTC+5), 27 Ноября 2014

Республиканың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика Йортонда кесе йома, 27 ноябрҙә, дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Күп йылдар намыҫлы хеҙмәттәре һәм һөнәри уңыштары өсөн хөкүмәт наградаларын һәм маҡтаулы исемдәрҙе БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Сергей Молчанов 36 кешегә — сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙы. Ул Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән бүләкләнеүселәрҙе ҡотланы һәм уларға республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
- Һеҙ төрлө өлкәләрҙә, тармаҡтарҙа эшләйһегеҙ. Әммә шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙе күп нәмә — юғары профессионализм, бурыс тойғоһо, яуаплылыҡ, илһөйәрлек берләштерә. Үҙегеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ менән тыуған республика, бөтә илебеҙ үҫешенә мөһим өлөш индерәһегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте тантанала ҡатнашыусыларға Сергей Молчанов.
Тантана барышында Башҡортостан Республикаһының Почет грамоталары менән «БашРЭС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Нефтекама электр селтәрҙәре» етештереү бүлексәһе һәм БР Транспорт идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Олег Горбунов, Әлшәй районы хакимиәте финанс идаралығының бюджет бүлеге начальнигы Ынйы Муллағәлиева, «Эре панелле йорт төҙөлөшө» тресы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Станислав Саркисянц, БР «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең профсоюз комитеты рәйесе Людмила Тарасенкова бүләкләнделәр.
Урал дәүләт юридик университетының Өфө филиалы художество етәксеһе Ришат Ғәлиханов һәм Өфө ҡалаһының «Нурғәлиев» эстрада-фольклор төркөмө художество етәксеһе Әнүәр Нурғәлиев республиканың атҡаҙанған артистары булды.
Хоҡуҡ институты директоры, профессор, Башҡорт дәүләт университетының криминалистика кафедраһы мөдире Илона Макаренко «БР атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ булды.
«БР атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» исеме БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш иҡтисадсыһы Тамара Голубеваға бирелде.
Шулай уҡ фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә, табиптарға, уҡытыусыларға, төҙөүселәргә, энергетиктарға, транспорт, урман сәнәғәте, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә республиканың атҡаҙанған наградалары тапшырылды.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика