04:56 (UTC+5), 26 Ноября 2014

Өфөлә яңы трамвай линиялары барлыҡҡа киләсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә яңы трамвай линиялары һалынасаҡ. Бының хаҡта шишәмбе матбуғат конференцияһында ҡала Электр транспорт идаралығы генераль директоры Асҡар Фазлыев хәбәр итте.
- Яҡын киләсәктә — Дәүләт циркы туҡталышынан алып Ҡала мәҙәниәт йортона тиклем Октябрь проспектын тоташтырыу, — тип һөйләне Асҡар Фазлыев. — Рельстар Рәсәй урамы буйлап һалынасаҡ. Был проектты ғәмәлгә ашырыуға ике йыл самаһы талап ителә. Шуға күрә әлегә ваҡытта был юл участкаһында ғәмәлдәге троллейбус линияһын дауам итәсәкбеҙ.
Шулай уҡ Муниципаль электр транспорты идаралығы «Сәй фабрикаһынан» алып Глумилино биҫтәһенә тиклем участокты трамвай линияһы менән тоташтырырға ниәтләнә.
Электр транспорт тармағын үҫтереүҙең өсөнсө этабы – трамвай юлдарын Сипайлово биҫтәһенә һалыу. Линия Гагарин, Королев, Ватутин, Яңы тау урамдары аша үтәсәк һәм Октябрь проспектында Дәүләт циркы тирәһендә тоташасаҡ.
- Ҡаланың төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрен тулыһынса трамвай линиялары менән тоташтырыу өсөн биш йыл самаһы кәрәк, — тип билдәләне Муниципаль электр транспорты идаралығы генераль директоры.
Трамвай селтәрен киңәйтеүҙән тыш, Муниципаль электр транспорты идаралығы хәрәкәт итеүсе составтың уңайлыҡтарын күтәреүгә лә тотонған. Вагондар махсус мейестәр менән йыһазландырыла, ул пассажирҙарға йылыла йөрөргә мөмкинлек бирә. Водителдәрҙең уңайлығы өсөн ултырғыстарҙы йылытыу системаһы һатып алына. Шулай уҡ яҡын ваҡыт эсендә трамвайҙарҙың артҡы тәҙрәләре янып тороусы өсмөйөштәр менән йыһазландырыласаҡ, улар транспорт туҡтаған саҡта янып-һүнеп торасаҡ. Был автомобиль водителдәренә трамвайҙан сығыусы пассажирҙарға юл биреү бурысы хаҡында иҫкәртәсәк. Бынан тыш, Муниципаль электр транспорты идаралығы ҡыҫҡа замыкание булғанда автоматик рәүештә фидерҙарҙы һүндереү системаһы өҫтөндә эшләй. Ошо сара трамвайҙарҙың янып китмәүен булдырмауға өндәлгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика