08:06 (UTC+5), 26 Ноябрь 2014

Белоретта Әсә көнө хөрмәтенә байрам сараһы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 26 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Әсә көнө алдынан Белореттың ҡала Мәҙәниәт йортонда тантана уҙҙы, унда ҡала һәм район әсәләрен байрам менән Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук ҡотланы.
- Бөгөн республикабыҙҙың социаль сәйәсәте ғаиләне нығытыуға, уның ролен йәмғиәттә күтәреүгә, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға, тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән. Райондың төп ғорурлығы – уның күп балалы ғаиләләре. Улар беҙҙә 1100, — тип билдәләне Иван Пинящук. — Балалар баҡсалары, мәктәптәр, спорт һәм мәҙәниәт объекттары йүнәтәбеҙ, төҙөйбеҙ. Ҡалабыҙҙа бик яҡшы бала табыу йорто һәм балалар поликлиникаһы бар. Социаль торлаҡ һалабыҙ, күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкалары бүләбеҙ.
Ул шулай уҡ күп балалы әсәләргә, балаларҙы тәрбиәгә алған ҡатындарға айырым рәхмәтен белдерҙе.
Билдәләп үтергә кәрәк, Белорет районында һәм ҡалаһында биш һәм унан күберәк бала табыусы һәм тәрбиләүсе 154 күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалын лайыҡлы йөрөтә.
Байрамға Ҡала мәҙәниәт һарайына ҡатын-ҡыҙҙар, төрлө предприятие һәм һөнәр вәкилдәре, шулай уҡ өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе күп балалы әсәләр саҡырылғайны. Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Надежда Неудачина, ҡала Мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театры режиссеры Гөлнара Ғилманова, Белорет металлургия комбинатының прокат цехы электромонтеры Елена Павочкина, металлургия комбинатының 31-се ашханаһы ашнаҡсыһы Татьяна Бармина, электр элемтәһе инженеры Виктория Потапова, 8-се урта мәктәп уҡытыусыһы Светлана Дульцева, врач-неонатолог Ирина Әфләтүнова, «Миҙгел» салоны тегенсеһе Елена Дурникина, өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге хеҙмәткәре Әҡлимә Горбатова, шәхси эшҡыуар Розалия Мөхөтдинова республиканың лайыҡлы граждандарын тәрбиәләгәндәре өсөн бүләктәр һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булдылар.
Белорет әсәләре өсөн Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары байрам концерты әҙерләгәйне, тип хәбәр итте муниципалитет хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хеҙмәткәре Айгөл Кирамова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика