11:17 (UTC+5), 25 Ноября 2014

Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Sin(a)» интеллектуаль антикафе асыласаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 25 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Йәкшәмбе, 30 ноябрҙә, Өфөнөң Калинин районында Беренсе май урамы, 35 адресы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яңы ял итеү урыны – «Sin(a)» тигән ғәҙәти булмаған атама менән антикафе асыласаҡ. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бындай йорт типлаштырылған кафе, ресторандарға һәм төнгө клубтарға альтернатива булып торасаҡ – бында тәмәке лә тартмайҙар, алкоголле эсемлектәр ҙә эсмәйҙәр.
Ҡунаҡтар ҡарамағында өҫтәл уйындары, шахматтар һәм шашкалар, спорт уйындары. Бында төрлө конкурстар, ижади, интеллектуаль һәм спорт бәйгеләре, «Мафия» һәм «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйындары, бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар уҙғарыласаҡ, фильмдар, тура эфирҙа спорт уйындары күрһәтеләсәк, оҫталыҡ кластары ойоштороласаҡ. «Sin(a)» антикафеһына килеүселәр өсөн һый-хөрмәт, балалар саралары уҙғарыу, утренниктар һәм тыуған көндәр ойоштороу ҡаралған.
Кафе асыуға арналған байрам көндөҙгө сәғәт өстә башлана.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика