07:38 (UTC+5), 24 Ноября 2014

Төбәк башлығы Өфөнөң Затон биҫтәһендә музыка мәктәбе өсөн яңы бина табырға ҡушты

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул иткән саҡта Өфөнөң Затон биҫтәһендә йәшәүсе Ольга Першина ҡыҙы гобой класында шөғөлләнгән, А.Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе өсөн яңы бина төҙөү мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Учреждение 1926 йылда төҙөлгән авария хәлендәге ағас бинала урынлашҡан. 40 йыл элек уҡ экспертиза конструкцияларҙың 75 процентҡа иҫкергәнен күрһәткән. Әммә әлегә тиклем бер сара ла ҡабул ителмәгән.
Хәҙер мәктәпте Әхмәтов һәм Летчиктар урамдары киҫелешендәге ике йорт төкөтмәһендә урынлаштырыу варианты ҡарала. Әммә ул ваҡытта балаларға бер корпустан икенсеһенә урам аша сығырға тура киләсәк. Өҫтәүенә яңы биналар, хәҙергеһе кеүек, 300-ҙан ашыу уҡыусыны ҡабул итә алмаясаҡ, ә биҫтәнең ихтыяжы унан да күберәк. Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәтенә һәм Өфө мэры Ирек Ялаловҡа Затон балаларын заманса музыка мәктәбе бинаһы менән тәьмин итеү буйынса мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтергә ҡушты.
- Мәктәп бик насар хәлдә. Мәсьәләне тиҙерәк хәл итергә кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика