12:15 (UTC+5), 24 Ноября 2014

Төбәк башлығы: «Балалар баҡсаһы асыу — ул алға бик яҡшы аҙым»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышы буйынса эш сәфәре барышында республика Президенты Үрге Ҡыйғы ауылында 2013 йылда сафҡа индерелгән «Шатлыҡ» 5-се балалар баҡсаһында булды. 1,5 мең квадрат метрлы ике ҡатлы кирбес бина 110 урынға иҫәпләнгән.
Район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов был балалар баҡсаһын асыу өс йәштән өлкәнерәк балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына урын алыуға сиратты тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек биреүен билдәләне. Бөгөн ауылда балалар баҡсаһына үҙ сиратын өс йәшкә тиклем 104 сабый ғына көтә.
Рөстәм Хәмитов республикала балалар баҡсаһы менән мәсьәләне хәл итеүҙә ыңғай динамиканы билдәләне. Өҫтәүенә райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыу барышында төбәк етәксеһе муниципалитетҡа яҡын ваҡыт эсендә хәл итергә кәрәк буласаҡ проблемаларға иғтибар итте.
- Юлдар, инженер селтәрҙәре кәрәк, Ләүзә мәктәбе насар хәлдә, Түбәнге Ҡыйғылағы клуб авария хәлендә, социаль-мәҙәни үҙәктәр кәрәк. Әммә әлегә был эш үтәлмәгән, — тип айырып әйтте Рәстәм Хәмитов. — Беҙ инеп сыҡҡан балалар баҡсаһы – бик яҡшы, матур, әлбиттә. Был алға бик яҡшы аҙым, район үҙәгендә лә, кәмендә, бөгөнгә был тема ябылды тиергә була.
Салауат районында Башҡортостан Президенты Малаяҙ ауылы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы асыҡ типтағы хоккей аренаһында булды. Уның төҙөлөшө 2011 йылда башлана былтыр декабрҙә тамамлана. Объектты һалыуға сығымдар 14 миллион һум тәшкил иткән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика