ӨФӨ, 2014 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов
граждандарҙы ҡабул иткән саҡта Ҡырмыҫҡалы районының Сихонкин ауылындағы «Тирәккәй» балалар баҡсаһы мөдире Анна Матвеева учреждениеның насар торошо тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бер ҡатлы бинала санузел юҡ, ҡышын унда бик һыуыҡ, ә яҙын һәм көҙөн – дымлы. Бынан тыш, майҙандың яртыһынан күберәген фельдшер-акушерлыҡ пункты биләй.