12:13 (UTC+5), 20 Ноябрь 2014

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан халыҡ-ара веб-конференцияһы үтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә «Заманса халыҡ-ара бәйләнештәрҙең күп полярлы системаһын булдырыуҙа ШОС һәм БРИКС» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли веб-конференцияһы уҙҙы. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре вәкилдәренең интернет-осрашыуы башында Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһы ректоры Сергей Лаврентьев Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү телмәрен уҡып ишеттерҙе.
«Бындай аралашыу майҙансыҡтарының талап ителгәнлеге илдәребеҙҙең бөтә иҡтисади, тарихи, мәҙәни үҙенсәлектәрендә оҡшаш саҡырыуҙар алдында етди үҙ-ара эшләргә һәм интеграцияларға теләүен дәлилләй. Сәйәсәткә ҡарағанда ысын эштәр күберәк булған ШОС сиктәрендә, беҙ бөтәбеҙ ҙә — стратегик ҡыҙыҡһыныуҙар менән берләшкән тиң хоҡуҡлы уҙаҡташтар. ШОС илдәренең тығыҙ төбәк-ара диалогы тулы масштаблы уҙаҡташлыҡты киңәйтеү генераторы булырға, синергетик һөҙөмтә тәьмин итергә, илдәребеҙ үҫешенә сифатлы башҡа динамика өҫтәргә һәләтле» — тип билдәләнгән төбәк башлығы телмәрендә.
Веб-конференцияла Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Тажикстан ғалимдары сығыш яһаны. Улар глобалләштереү һәм постглобалләштереү перспективаларына, ШОС (Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Рәсәй, Тажикстан, Үзбәкстан) һәм БРИКС-та (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Көньяҡ-Африка Республикаһы) ҡатнашыусы илдәрҙең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдарына, ШОС һәм БРИКС сиктәрендә Рәсәй, Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия илдәренең, Көньяҡ-Африка Республикаһы һәм Бразилияның халыҡ-ара хеҙмәттәшлек формаларын киңәйтеүгә, ШОС һәм БРИКС илдәре менән үҙ-ара эш итеү нигеҙендә космопланетар киләсәкте өйрәнеүгә һәм Рәсәй төбәктәрен үҫтереүгә ҡағылған докладтар тәҡдим итте.
Конференцияла яңғыраған докладтар нигеҙендә ғилми мәҡәләләрҙең электрон йыйынтығы әҙерләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика