07:56 (UTC+5), 20 Ноября 2014

Башҡортостанда 15 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы һынау имтихан иншаһын яҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың 15 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы бөгөн, 20 ноябрҙә, һынау иншаһы яҙа. Уны үткәреү барышын Федераль тест үткәреү үҙәге директоры урынбаҫары Станислав Афанасьев күҙәтә, тип хәбәр итте БР Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге баш белгес-эксперты Жанна Минекәева.
Был һынау 2014/2015 уҡыу йылынан алып мәктәптең сығарылыш уҡыусылары өсөн мотлаҡ булып китте. Ошо эш һөҙөмтәһе буйынса уҡыусыларға дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк. Иншаны сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусыларҙан тыш бөтә 11 синыф уҡыусылары яҙа, тегеләре уны изложенияға алмаштырырға хоҡуҡлы.
Алданыраҡ Рәсәй Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Рособрнадзор) йомғаҡлау иншаналарының биш йүнәлеш темаһын билдәләне. Уға ярашлы һәр сәғәт бүлкәте өсөн билдәле темалар әҙерләнә, улар һынауҙар башланыр алдынан 15 минут ҡалғас Берҙәм дәүләт имтиханының рәсми мәғлүмәт порталында баҫыла.
Башҡортостан уҡыусылары өсөн өс тема билдәләнгән: «Неужели зло так привлекательно?» (М.Ю.Лермонтовтың бер йәки бер нисә әҫәре буйынса); «Какой герой Вам ближе: созерцающий жизнь или преобразующий ее?»; «Возможно ли полное взаимопонимание между людьми?».
Яҙыу эшенә уҡыусыларға 3 сәғәт 55 минут бирелә. Рекомендацияларға ярашлы, инша 350 самаһы һүҙҙән торорға тейеш. Эштәрҙе баһалағанда эксперттар темаға ярашлылыҡты, нигеҙләүҙе, композицияны һәм фекерләү логикаһын, яҙыу һөйләшенең сифатын, хатаһыҙ яҙыуҙы иҫәпкә аласаҡ.
Берҙәм дәүләт имтиханына рөхсәт алыу өсөн уҡыусыларға өс критерий буйынса ыңғай һөҙөмтә алыу ҙа етерлек. Ысынлап та, темаға ярашлылыҡ һәм нигеҙләү буйынса кире баһа автоматик рәүештә кире йомғаҡлау баһаһына килтерә.
Текстарҙы мәктәп комиссияһы тикшерәсәк. Тикшереү ваҡыты һәм механизмы һынау иншаһын яҙғандан һуң иҫәпләнәсәк.
Йомғаҡлау текст эшен уҡыусылар 3 декабрҙә яҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика