10:23 (UTC+5), 20 Ноября 2014

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор һәм Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө хеҙмәттәшлек юлдарын билдәләнеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 20 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов РФ мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Һөйләшеү Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының тарихи резеденцияһында үтте, унда инспектор танышыу визиты менән барҙы.
Әңгәмәләшеү барышында Рәсәй мосолмандар мөхитендә йәмғиәттең рухи-әҡлаҡи яңырыуы, экстремизм менән көрәшеү өлкәһендәге артабанғы хеҙмәттәшлек менән бәйле киң мәсьәләләр теҙмәһе тикшерелде.
Тәлғәт Тажетдин баш федераль инспекторға традицион Рәсәй исламы һәм православиеның яҡынлығы, Башҡортостанда йәшәүсе төрлө дини конфессия вәкилдәренең боронғо дуҫлығы, ваххабизм һәм башҡа ислам экстремизмы төрҙәренең республикаға инеүенә юл ҡуймау буйынса Мосолмандар Үҙәк диниә назаратының алып барған эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ һүҙ Ватандың рухи көсөн ҡайтарыу һәм уның иҡтисади ҡеүәте хаҡында барҙы.
Андрей Чечеватов Юғары мөфтөйгә йөкмәткеле әңгәмә өсөн рәхмәт әйтте һәм быға оҡшаш осрашыуҙарҙың даими буласағына ышаныс белдерҙе.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика