05:17 (UTC+5), 19 Ноября 2014

Рөстәм Хәмитов социаль туризм программаһын боҙоп күрһәтергә тырышыуҙарын туҡтатты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетын социаль туризмға айырым иғтибар бүлергә саҡырҙы.
- Был программаға тап төшөрөргә кәрәкмәй. Кешеләрҙе йәшәү һәм ял итеү өсөн яраҡһыҙ профилакторийҙарға, сәйер структураларға йүнәлтмәгеҙ. Кешеләрҙе социаль туризм программаһы буйынса тейешле урындарға ебәрмәүҙәре тураһында ялыуҙар байтаҡ. Ял урынына улар унда өҫтәмә стресс кисерә һәм ауырып ҡайта, — тип билдәләне республика башлығы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль туризмды үҫтереү республика маҡсатлы программаһы Башҡортостанда 2011 йылдан алып ғәмәлгә индерелә. Уҙған өс йылда уны тормошҡа ашырыуға 130 миллион һумдан ашыу бүленгән. Программа сиктәрендә өс туристик маршрут йүнәлеше эшләй: Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр буйлап. Быйыл туристик путевка менән һигеҙ меңдән ашыу өлкән йәштәге кеше тәьмин ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика