11:25 (UTC+5), 19 Ноябрь 2014

Польша волонтеры Башҡорт Википедияһын хупланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. «Вики-Һабантуй 2015» дөйөм исем аҫтындағы юбилей саралары комплексы сиктәрендә 2014 йылдың 1 ноябренән алып «Башҡорт Википедияһына — 10 йыл!» мәҡәләләр конкурсы иғлан ителгәйне, ул 2015 йылдың 1 апреленә тиклем дауам итәсәк. Унда һәр теләүсе үҙенең ижади мөмкинлектәрен һынап ҡарай ала. Тәжрибәле мөхәррирҙәр һәм яңы башлаусылар араһында конкурс айырым уҙғарыла.
Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, конкурс башланғандан алып 10 ирекмән 50-нән ашыу яңы мәҡәлә яҙған. Тәжрибәле ҡатнашыусылар араһында ете мөхәррир, шул иҫәптән конкурстан тыш мәҡәләләр мөхәррирләүсе жюри ағзалары. Яңы башлап тороусылар араһында өс ҡатнашыусы, шул иҫәптән бер мөхәррир, башҡорт телен белмәй. Jerzyjan1 исемле ҡатнашыусы Польшаның Лобез ҡалаһы тураһында мәҡәлә яҙған һәм шәхси сәхифәһендә поляк телендә тәҡдим иткән: «Jestem Polakiem, który lubi Wikipedię» поляк теленән тәржемә иткәндә «Википедияны яратыусы поляк» тигәнде аңлата.
Башҡорт Википедияһының юбилейына арналған конкурс ойоштороусылары туған теленең патриоттарын мәҡәләләр яҙыуға әүҙемерәк ҡушылырға һәм шуның менән мульти-тел виртуаль энциклопедияһын үҫтереүгә өлөш индерергә саҡыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика