Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарының) республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Сергей Габриэлов менән республиканың Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән, иң яҡшы һәйкәл проектына асыҡ
конкурс уҙғарыу барышына борсолоуын уртаҡлашты. Әлеге ваҡытта конкурстың ойоштороу комитетына ни бары алты эш килгән. Республика башлығы конкурс комиссияһы эшенә ветерандар ойошмаларын йәлеп итергә кәрәк тип иҫәпләй, улар иң яҡшыны һайларға тейеш тә.