06:04 (UTC+5), 19 Ноябрь 2014

Башҡортостан вәкилдәре Ҡазанда ТӨРКСОЙ Даими советының ултырышында ҡатнашасаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20-21 ноябрҙә Ҡазанда ТӨРКСОЙ Даими советының XXXII ултырышы һәм 2014 йылда ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы иғлан иткән «Ҡазан — төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы» йылын ябыуға арналған тантаналы саралар уҙасаҡ.
Ойошма ағзаһы илдәре — Әзербайжандың, Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың, Төркиәнең, Төркмәнстандың, Үзбәкстандың һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары – Алтайҙың, Башҡортостандың, Татарстандың, Тываның, Саха (Яҡуттың), Хакасияның, шулай уҡ Гагаузия автономиялы территориаль берәмектең (Молдова Республикаһы составында) — мәҙәниәт министрҙарының осрашыуы программаның төп өлөшө буласаҡ.
Ҡазан Ратушеһында ТӨРКСОЙ министрҙарының ултырышын ваҡытлыса координатор – Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министры Айрат Сибәғәтуллин асасаҡ. Ултырыш алдынан ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар «Ҡазан — төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы» бай йөкмәткеле программаһы хаҡында һөйләүсе экспозиция, уның иң сағыу мәлдәре һәм мөһим саралары менән таныша аласаҡ.
Даими советтың 32-се ултырышының көн тәртибендә, отчет осорға йомғаҡ яһау, киләһе осорға ойошма эшмәкәрлегенең бурыстарын һәм программаһын билдәләүҙән тыш, — ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль секретарын һәм ваҡытлыса координаторын һайлау. Министрҙарға 2015 йылдағы төрки донъяның Мәҙәни баш ҡалаһын билдәләргә кәрәк буласаҡ, тип хәбәр итте ТӨРКСОЙ-ҙың матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Лаура Четин.
Тантаналы саралар сиктәрендә «TURKVIZYON» II Халыҡ-ара телевизион йыр конкурсының гала-концерты уҙасаҡ, ул Йылды ябыу сараларының һуңғы аккорды буласаҡ. Йыр конкурсының финал программаһын тантана биҙәйәсәк, уның барышында Ҡазан мәҙәни баш ҡала символын ТӨРКСОЙ министрҙары һайлаған, алмашҡа килеүсе ҡалаға тапшырасаҡ.
12 ноябрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы менән ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы араһында үҙ-ара килешеү тураһындағы Меморандум төҙөлдө. Меморандумға Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Владимир Аристархов һәм ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль секретары Дюсен Касеинов ҡул ҡуйҙылар. Был документ Рәсәй Федерацияһының субъекттары һәм ТӨРКСОЙ араһында гуманитар хеҙмәттәшлекте, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыуға тәьҫир итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика