ӨФӨ, 2014 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 2015 йылда Башҡортостанда йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға федераль субвенциялар күләме 1,572 миллиард һум тәшкил итәсәк. Бының хаҡта Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты
ултырышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов хәбәр итте.