04:47 (UTC+5), 18 Ноября 2014

Рәсәй телевидениеһында тыуған ил контенты булырға тейеш – Эльвира Айытҡолова

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының икенсе «Эшмәкәрлек форумында» төбәк телевидениеларының проблемалары тураһында һөйләне.
- Кабель операторҙары сит ил телеканалдарына түләй, әммә төбәк телевидениелары менән теләр-теләмәҫ кенә хеҙмәттәшлек итә, — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. — Бөгөн хәл мәғәнәһеҙлеккә етте – тариф сәйәсәтен бөтөнләй асыҡ итеп эшләмәй, эфирға сығарыу пакетына тоташтырыу өсөн телеканалдарға юғары хаҡтар ҡуйып, кабель операторҙары мәғлүмәти киңлек барлыҡҡа килтерә башланы.
Депутаттың фекеренсә, эштәрҙең бындай торошо күп кенә төбәк каналдарының ябылыуына килтерәсәк.
- Импортты алмаштырыу шарттарында телевидениебыҙҙы тыуған ил контенты менән тулыландырырға ынтылырға тейешбеҙ, — тигән ышаныста Эльвира Айытҡолова.
Парламентарий шулай уҡ телеканалдар һәм кабель операторҙары араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе аныҡ көйләү алгоритмын булдырырға кәрәк тип иҫәпләй, ул артабан аңлашмаусанлыҡты һәм бәхәсте кисектерергә мөмкинлек бирәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көҙөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Журналистарға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү үҙәгенә Өфөнөң «Туған Тел» телеканалы директоры Рәмил Ғәниев мөрәжәғәт итеп, эфир ваҡыты биреүсе кабель операторының юғары хаҡ билдәләүе тураһында хәбәр итте.
Ошондай уҡ проблема илдең башҡа төбәктәрендә лә теркәлгән. «Йәмғиәт һәм власть: тура диалог» эшсе төркөм майҙансығына саҡырылған РФ элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин һәм Дәүләт Думаһы депутаты Леонид Левин теманы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты майҙансығында һәм һөнәри берләшмә форумдарында тикшереүҙе кәрәкле тип таптылар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика