07:56 (UTC+5), 18 Ноября 2014

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы һәм Газпромбанк хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. «Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Газпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Корпорацияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, килешеүҙең маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы территорияһында инвестиция эшмәкәрлеген финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында яҡтарҙың хеҙмәттәшлеге, эшҡыуарлыҡ субъекттарын – үҫеш корпорацияһының индустриаль парк резиденттарын финанслау мөмкинлектәре булдырыу.
Килешеү шарттары буйынса Үҫеш корпорацияһы потенциаль резиденттарҙан алған инвестиция проекттары тураһындағы мәғлүмәтте Газпромбанкка тапшырасаҡ. Газпромбанк, үҙ сиратында, проекттарҙы финанслау мөмкинлектәрен ҡараясаҡ һәм кәрәкле инструментарий тәҡдим итәсәк.
«Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы территорияһында бизнес асыуҙа һәм алып барыуҙа ҡыҙыҡһынған инвесторҙарға комплекслы хеҙмәттәр күрһәтә. Ул инвестиция проекттарына ҡушылыу: бизнес-план төҙөүҙән алып производствоны сафҡа индергәнгә тиклем, корпоратив идаралыҡ буйынса хеҙмәттәр, шәхси инвестиция хеҙмәттәре.
Үҫеш корпорацияһы – Индустриаль парктар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы. Үҫеш корпорацияһы идаралығы аҫтында Благовещен районында «ХимТерра» һәм Өфө районында «Өфө» индустриаль парктары тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика