08:56 (UTC+5), 14 Ноября 2014

Әбйәлил районында 14 йәш ғаилә торлаҡ сертификаты алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Әбйәлил районы хакимиәтендә торлаҡ сертификаттарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр таныҡлығын 14 ғаилә алды. Буласаҡ өй туйлаусыларҙы район башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Рәйсә Латипова ҡотланы.
- Ғаилә институтына булышлыҡ итеү илебеҙ, республикабыҙ һәм районыбыҙҙың социаль сәйәсәтендә өҫтөнлөклө булды һәм булып ҡала. Районда ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дүрт программа ғәмәлгә ашырыла. Әбйәлилдең 14 ғаиләһе бөгөн сираттағы ярҙам алыуы бик ҡыуандыра, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда йәш ғаиләләр 11 миллион һумдан ашыу аласаҡ. Социаль түләүҙең күләме ғаилә ағзаларының һанынан сығып иҫәпләнә, социаль түләүҙәрҙең минималь суммаһы 529 200 һум, максималь күләме 1 234 800 һум тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика