Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
4+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2014, 10:59

Өфөлә III Төбәк-ара кадрҙар форумы асылды

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Өфөлә III Төбәк-ара кадрҙар форумы асылды. Сара Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда уҙа. Форумда 600-ҙән ашыу делегат ҡатнаша.
Ойоштороусылары – республика Президенты Хакимиәте, First Business School бизнес мәктәбе, «АНКОР» кадрҙар холдингы, Дәүләт Йыйылышы Секретариаты, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандағы Рәсәй сәйәсәт мәктәбе. Проект операторы – республиканың Тренерҙар һәм консультанттар ассоциацияһы.
Форумдың маҡсаты власть һәм бизнестың диалогы өсөн майҙансыҡ булдырыуҙа тора. Сара етәкселәр һәм персонал менән идара итеү хеҙмәттәре, консультанттар һәм тренерҙар өсөн HR-менеджменты практикаһы тенденцияларын һәм мәсьәләләрен тикшереү мөмкинлеге бирә.
Форум саралары дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәренә, предприятие етәкселәренә, кадрҙар хеҙмәттәре белгестәренә, бизнесмендарға ҡыҙыҡлы буласаҡ.
«Кеше капиталының төбәк һәм предприятие капиталы структураһындағы урыны һәм әһәмиәте» темаһына пленар ултырыш предприятие структураһында кеүек, ил масштабында ла кешелек капиталының урыны һәм әһәмиәте тураһындағы һорауҙарға яуап эҙләүгә арналған. Ошонда уҡ хеҙмәт баҙарындағы дефицит мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары тикшереләсәк.
Форум сиктәрендә хеҙмәт баҙарын үҫтереүгә, кадрҙар йәлеп итеүгә ҡағылған темаларға һүҙ көрәштереүҙәр уҙасаҡ. Илдең 20 төбәге белгестәре ултырыштарҙа һәм оҫталыҡ кластарында ҡатнашасаҡ.
HR-форум программаһы менән «Инвалидтарға һөнәри йүнәлеш биреү үҙенсәлектәре» темаһына РФ йәштәренә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса ведомство-ара координация советының ултырышы ҡаралған. РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡ мәшғүллеге департаменты директоры Михаил Кирсанов дискуссияның модераторы булып сығыш яһай.
Мәсьәләләр «Донъя кафеһы» форматында тикшереләсәк. «Кеше капиталын йәлеп итеү. Төп мәсьәләләр һәм хәл итеү юлдары», «Кеше капиталы менән идара итеү һөҙөмтәлелеге — нисек хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырырға?», «Кеше капиталын үҫтереү. Мәғарифтағы революция: төп трендтар», «Заманса кадрҙар технологиялары: власть өлкәһендә уларҙы ҡулланыу проблемалары» темалары буйынса секциялар эшләйәсәк. Форумдың һәр ҡатнашыусыһы үҙенә нығыраҡ ҡыҙыҡлы булған дүрт тематик өҫтәлде һайлай һәм сиратлап – һайланған тематик өҫтәлдең беренсеһенән алып киләһендә – фекер алышыуҙа ҡатнаша. Һәр тематик өҫтәл эше 20-30 минут дауам итә. Һәр секцияның эше эшсе төркөм ойоштороу һәм 2015 йылда билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн эштәр алгоритмын әҙерләү менән тамамланасаҡ.
Форум 13-14 ноябрҙә асыҡ буласаҡ.
Читайте нас: