09:19 (UTC+5), 12 Ноября 2014

Республиканың өс вәкиле Рәсәй Машина эшләүселәр союзының «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Рәсәй Машина эшләүселәр союзының «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән Башҡортостандың өс вәкиле наградланды. Александр Зайдман — республиканың атҡаҙанған машина эшләүсеһе, 60 йыл машина эшләү предприятиеларында эшләгән. Альберт Карпов — «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке директоры, предприятиеның стратегик үҫтереү планын әҙерләүгә ҙур өлөш индергән, уның етештереү потенциалын һаҡлап ҡалыуға тәьҫир иткән. Алмаз Лотфуллин — «БЭТО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Бүләкләү тантанаһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған VI Урал сәнәғәт форумында уҙҙы.
Айырма билдәһе илдең машина эшләү тармағы үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн, яңы техника һәм технология уйлап табыу һәм индереү, производство һөҙөмтәлелеген һәм сығарылған продукцияның сифатын күтәреү буйынса саралар өсөн, алдынғы тәжрибәне киң таратыу өсөн бирелә.
Рәсәй Машина эшләүселәр союзының «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы 2011 йылда ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика