06:15 (UTC+5), 12 Ноябрь 2014

Республикала өс етәксе үҙҙәрен эшсе һөнәрҙәрҙә һынап ҡараясаҡ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Түрә һөнәрен алмаштыра» акцияһының өсөнсө этабы уҙасаҡ. Былтыр башланып киткән акцияның ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Уның төп маҡсаты – хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү.
- Акцияның өсөнсө этабында табип, ташсы һәм инженер һөнәрҙәре буласаҡ. Быйыл ведомство министрҙары һәм етәкселәре карьераһының башланғыс этабына баҫым яһала, сөнки түрә булып тыумайҙар, ә эшләп етәксе булып китәләр, — тип билдәләне ведомство матбуғат секретары Роза Кузьменко.
12 ноябрҙә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров Республика клиник дауаханаһында операция эшләй.
13 ноябрҙә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров үҙ оҫталығын «Өфө» халыҡ-ара аэропортының яңы терминалын төҙөүҙә күрһәтә.
14 ноябрҙә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләзетдинов Яңы Александровкала газ торбаһы үткәргестәрен таҙартыу һәм тикшереүҙе үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика