Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Ноябрь 2014, 08:48

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты деканы – Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәте вице-президенты

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты деканы Альмира Ямалетдинова Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең вице-президенты итеп һайланды. Башҡорт дәүләт университетында хәбәр итеүҙәренсә, тәғәйенләү тураһындағы документҡа Йәмғиәт президенты Людмила Вербицкая ҡул ҡуйған.
Ойошманың уставына ярашлы, вице-президент биш йылға һайлана. Уның вазифа йөкләмәләренә дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары, йәмәғәт берләшмәләре, физик һәм юридик шәхестәр менән хеҙмәттәшлек иткәндә Йәмғиәт исеменән эш алып барыу инә.
Альмира Ямалетдинова – педагогия фәндәре кандидаты, доцент, рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының С1 өлөшөн тикшергәндә Республика предмет комиссияһы рәйесе, 120-нән ашыу ғилми эш авторы һәм башҡорт мәктәптәре өсөн рус теле дәреслектәре авторҙашы.
Читайте нас