09:50 (UTC+5), 11 Ноябрь 2014

Рәсәйҙең тәүге шәфҡәтлелек рейтингында Башҡортостан өсөнсө урынды биләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Илдең иң эре хәйриә фондтарының береһе – Русфонд Рәсәйҙең 54 төбәк халҡының изгелек күрһәтеүҙә ҡатнашыу дәрәжәһен баһалап, уның нигеҙендә Рәсәйҙең тәүге шәфҡәтлелек рейтингын әҙерләгән. Башҡортостан унда өсөнсө урынды биләй. Изге эштәр буйынса беренсе урында Дағстан, рейтингтың икенсе баҫҡысында – Һарытау өлкәһе. Шулай уҡ ун лидерҙар иҫәбенә Краснодар крайы, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Мурманск, Пенза, Астрахан өлкәләре һәм Татарстан Республикаһы инә.
- Төбәктәрҙә шәфҡәтлелекте үҫтереү ул үҙе беренсе һанлы тренд булып тора. Икенсеһе – көслө, халыҡ-ара ярҙамға бойһонмаған, дәүләт һәм Рәсәй бизнесы ярҙамында эшләүсе инфраструктура ойошмаларының барлыҡҡа килеүе, уны профессиональ, структуралы итеү, — тип һөйләне шәфҡәтлелектең төп тенденциялары тураһында Донорҙар форумының башҡарма секретары Наталья Каминарская. — Өсөнсө тренд – төбәктәрҙә изгелек ҡылыу эше аҡсаһыҙ үҫешә, йәғни шәхси һәм ирекмәндәр ҡатнашлығына нигеҙләнгән.
Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, һуңғы йылда таныш булмаған кешеләргә рәсәйлеләрҙең 62-85 проценты ярҙам иткән. Иң ябай ярҙам итеү төрө — ул урамдағы хәйер биреү, икенсе урында – кейем менән ярҙам итеү, шулай уҡ мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек һатып алыу.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика