03:13 (UTC+5), 11 Ноябрь 2014

Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен уларҙың һөнәри байрамдары менән ҡотлап, тантаналы сара уҙҙы.
БР буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.
- Бөтә заманда ла ошондай үҙ эше оҫталарының ҡәҙерен белделәр һәм уларҙы ихтирам иттеләр. Улар һәр саҡ халыҡҡа хеҙмәт итте. Хеҙмәттәштәребеҙҙең күбеһе был көндө хәрби һаҡта тора. Һәр минут республикабыҙ халҡының тыныслығын патруль-пост хеҙмәте, оператив подразделениелар, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы, ведомствонан тыш һаҡ, тикшереү һәм бик күп башҡа хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре һаҡлай. Тап улар беренселәрҙән булып кешегә ярҙамға килә — йәмәғәт тәртибен тәьмин итә һәм граждандарҙы енәйәти ҡул һуҙыуҙарҙан һаҡлай. Башҡортостан полицияһы хеҙмәткәрҙәренә ҡайҙа ғына хеҙмәт итергә тура килмәһен, ул булһынмы ҡала урамдарында йәки ҡыҙыу нөктәләрҙә, уларҙы һәр ваҡыт юғары һөнәри оҫталыҡ, оператив-хеҙмәт бурыстарын уңышлы үтәү өсөн юғары яуаплылыҡ, батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек кеүек сифаттар айыра. Хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған иптәштәребеҙ тураһында мәңге хәтерләйәсәкбеҙ. Уларҙың миҫалында йәш быуын хеҙмәткәрҙәрен Ватанға намыҫлы хеҙмәт итергә, антҡа тоғро ҡалырға өйрәтәбеҙ, — тип айырып әйтте Михаил Закомалдин.
Ул шулай уҡ дөйөм эшкә полиция хеҙмәткәрҙәренең туғандары һәм яҡындары индергән өлөштө лә билдәләне һәм йәш быуын хоҡуҡ һаҡлаусыларын ҡотланы.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы башлығы Владимир Колокольцевтың тәбрикләү телеграммаһы уҡып ишеттерелде. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә: «10 ноябрҙе беҙҙең менән бергә миллионлаған граждан билдәләй, ул эшебеҙҙең һөҙөмтәһен баһалау билдәһе. Бындай ышаныс белдереүҙең буштан ғына килмәүен аңлайбыҙ. Уға тиҫтәлән йылдарҙың көндәлек хеҙмәте нигеҙ булып тора».
Михаил Закомалдин иң яҡшы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт ведомство-ара наградаларын тапшырҙы. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең ҡаҙанышы Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы грамоталары менән билдәләнде. Байрамды сәнғәт эшмәкәрҙәре тамамланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика