12:45 (UTC+5), 11 Ноябрь 2014

Башҡортостандың Экология министрлығы республиканың Ҡыҙыл китабына индереү өсөн һирәк осраусы хайуандар исемлеген әҙерләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәктең Ҡыҙыл китабына тәҡдим ителгән хайуандар донъяһы объекттарын исемлеккә индереү, шулай уҡ уның теҙмәһенән ҡайһы берәүҙәрҙе сығарыу өсөн тикшереүгә ҡыҙыҡһыныусы кешеләрҙе саҡыра.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы территорияһында һирәк осраусы һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған хайуандар һәм үҫемлектәр исемлеген – «Хайуандар» томын яңынан баҫыуға әҙерлек бара. Яңы баҫмаға индереү өсөн 114 ҡырағай хайуан төрө, сығарыу өсөн 23 төр тәҡдим ителгән. Мәҫәлән, махаон күбәләген, һоро ҡаҙҙы, ышылдаҡ аҡҡошты, һоро ағынаны исемлектән сығарыу тәҡдим ителә. Белгестәр уларҙың иҫәбенең әлеге ваҡытта стабилләшеүен тәбиғи сәбәптәрҙең тәьҫире һәм популяцияларҙы һаҡлау буйынса ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге менән аңлата.
Эшмәкәрлектәре хайуандар донъяһын һаҡлау менән бәйле булған ғилми ойошмаларҙан, предприятиеларҙан һәм граждандарҙан Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына тәҡдимдәр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәтте ishemgulova.n@bashkortostan.ru электрон адресына йүнәлтергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон: (347) 218-04-52.
Ҡыҙыл китапҡа индереү, шулай уҡ унан сығарыу өсөн тәҡдим ителгән хайуандар төрҙәре исемлеге менән БР Экология министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡыҙыл китаптың «Хайуандар» томы тәүге тапҡыр республикала 2004 йылда нәшер ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика