05:53 (UTC+5), 07 Ноября 2014

Федерация Советында Башҡортостандан герой балаларҙы миҙалдар менән бүләкләнеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Федерация Советында батырлыҡ күрһәткән балаларҙы бүләкләнеләр. Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының юғары наградаһына Башҡортостандан ике егет лайыҡ булды. Күмертауҙан 11 йәшлек Семен Давыдов янғын ваҡытында йорттан ағаларын һәм апаһын сығара, 9 йәшлек Артур Фәтҡуллин быуала батып барған ҡыҙҙы ҡотҡара.
Республиканан йәш батырҙарҙы сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова оҙатып йөрөнө. Тантанала сығыш яһап, ул Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың ысын, ҡыйыу батырҙар булғанын билдәләне.
- Бөгөн властың һәм йәмғиәттең төп бурыстарының береһе – ул балаларҙа үҙҙәрен яуаплы һәм граждандарса тотоуҙы булдырыу, — тине Лилиә Ғүмәрова. – Үҫеп килгән быуынды йәштәштәренең батырҙарса һәм ҡыйыу эштәре миҫалында тәрбиәләп, яңы быуындың әхлаҡи һәм илһөйәрлек тәрбиәһенә ҙур өлөш индерәбеҙ. Балаларыбыҙҙың ниндәй булып үҫеүҙәре нәҡ үҙебеҙҙән тора һәм бында рухи-әҡлаҡи һәм патриотик тәрбиә нигеҙҙәре һалыусы ғаиләләр һәм мәктәптәр ҙур роль уйнай.
Шулай уҡ Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Республикаһының тәжрибәһе – Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса батыр балалар өсөн ойошторолған осрашыуҙар һәм саралар тураһында һөйләне.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика