10:48 (UTC+5), 06 Ноября 2014

Төркиә телеканалы Башҡортостан тураһында фильм күрһәтте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 6 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «ТРТ-Аваз» Төркиә дәүләт телеканалы эфирында Башҡортостан тураһында фильм күрһәтелде. Уны Төркиә телеканалының видеотөркөмө быйыл 9-12 октябрҙә республикала булғанда төшөргән.
«ТРТ-Аваз» — Төркиә, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан территорияларында тәүлек әйләнәһенә эфирға сыҡҡан, Төркиә Республикаһының иң эре телеканалдарының береһе. Телеканал тапшырыуҙары милли сәнғәт шедеврҙары, төрки донъяның мәҙәни ваҡиғалары тураһында һөйләй. Тапшырыуҙа Башҡортостан һәм башҡорттар өсөн матди һәм мәҙәни мираҫтың мөһим, «бренд» объекттары сағылыш таба: «Урал батыр» эпосы һәм Шүлгәнташ мәмерйәһе, көрәш һәм ҡурай, думбыра һәм башҡорт балы.
Октябрь башында Өфөлә уҙған Милли спорт төрҙәре фестивале милли көрәште күрһәтеү майҙансығы булып торҙо. Республикала популяр булған милли көрәштең тарихы һәм уның үҫеш перспективалары хаҡында Башҡортостандың Милли көрәш һәм билбаулы көрәш федерацияһы рәйесе Вәкил Ильясов һөйләне.
Башҡорттарҙың милли мәҙәниәтенең һәр элементы был халыҡтың батырҙарса тарихы тураһында һөйләй. Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Ильяс Ҡарабулатов тәҡдим иткән «Ҡаһым-түрә» бейеүендә милли башҡорт батырҙарының береһе — Ҡаһым Мырҙашев — 1812 йылдағы Ватан һуғышында һәм рус армияһының Сит илгә хәрби хәрәкәттәрҙә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн миҙалдар һәм ордендар менән наградланған герой сағылдырылған.
Каналдың киң аудиторияһына республиканың гербында һәм флагында урын алған Башҡортостандың символы ла – милли музыка ҡоралы ҡурай ҙа күрһәтелгән. Төркиә аудиторияһы өсөн ҡурай моңон Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республика конкурстары лауреаты, «Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә ҡатнашыусы Илшат Ишморатов уйнаны. Сәсәндәрҙә – халыҡ бәйетселәрендә популяр булған думбыра ла башҡорт мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ элементы булып тора. Был музыка ҡоралы һәм бәйеттәр башҡорттарҙы туғандаш ҡаҙаҡ халҡы менән берләштерә. Халыҡ-ара фестивалдәр еңеүсеһе, музыка ҡоралын үҙенселекле эшкәртеү өсөн диплом менән билдәләнгән Алмас Ишмөхәмәтов думбырала уйнап күрһәтте. Дөйөм төрки халыҡ музыка ҡоралдары менән берҙәм сифаттары һәм ҡурайҙың, думбыраның айырмалы үҙенсәлектәре хаҡында журналист, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеүсеһе Ләйлә Аралбаева һөйләне.
Башҡорт балы – Башҡортостандың бренды. Ысын солоҡ балы артынан телевидение төркөмө дүрт ҡурсаулыҡ төпкөлөнә – Бөрйән районына йүнәлде. Ағаста ырыу тамғаһы уйып яҙылған солоҡ эргәһендә төрөк журналисы башҡорт солоҡсолоғоның ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында һөйләне.
Телевизион фильм Башҡортостан территорияһында урынлашҡан үҙенсәлекле иртә палеолит ҡомартҡыһы – Шүлгәнташ мәмерйәһе хаҡында бәйән итә. Тележурналист ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫының яҡынса исемлегенә индерелгән ҡомартҡының «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы менән тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика