11:35 (UTC+5), 05 Ноября 2014

Республиканың яҡташтар ойошмаһы Мәскәүҙә «Беҙ берҙәм» акцияһында ҡатнаштылар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 5 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алевтина Крылова/. Мәскәүҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы, 75 меңгә яҡын кешене йыйған, «Беҙ берҙәм» патриотик тантаналы йөрөш уҙҙы. Тәүге тапҡыр акцияла бер үк ваҡытта бөтә Рәсәй парламент партиялары лидерҙары ҡатнашты: Дәүләт Думаһы вице-спикеры, «Берҙәм Рәсәй» Генераль советы секретары Сергей Неверов, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы рәйесе Сергей Миронов, ЛДПР һәм КПРФ лидерҙары Владимир Жириновский һәм Геннадий Зюганов. Бынан тыш, тантаналы йөрөштә күп кенә Рәсәй төбәктәре, милли республика һәм баш ҡалала йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың яҡташтар ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты, шул иҫәптән Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһының 400-ҙән ашыу ағзаһы.
Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы тантаналы йөрөштә ҡатнашыусы милли республикалар вәкиллектәренең колоннаһында иң күп демонстранттар төркөмөнөң береһе булды. Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһының 200-ҙән ашыу ағзаһы, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ Тверь урамы буйлап, ҡурайсы студенттарҙың музыкаль оҙатыуында, «Рәсәй төбәктәре менән көслө», «Беҙ берҙәм», «Путин — беҙҙең президентыбыҙ» тигән флагтар һәм лозунгтар менән атлап уҙҙы. Колоннала Өфө командалары – «Өфө» футбол клубы һәм «Салауат Юлаев» хоккейсылары көйәрмәндәре лә әҙ булманы. Тантаналы йөрөш милли көйҙәр – ҡурайсы студенттарҙың уйнауы һәм Мәскәүҙә ойошторолған «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор ансамбле бейеүҙәре менән сағыу оҙатылды.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика