11:50 (UTC+5), 31 Октября 2014

Өфө Рәсәйҙең иң эре ҡалалары араһында тормош сифаты буйынса һигеҙенсе урынды биләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Урбаника» территориаль планлаштырыу институтының 2013 йыл йомғаҡтары буйынса төҙөгән, Рәсәйҙең иң эре йөҙ ҡалаһы интеграль рейтингында Башҡортостандың баш ҡалаһы һигеҙенсе урынға күтәрелде. Былтыр ошо уҡ рейтингта Өфө туғыҙынсы урынды биләй ине, тип хәбәр иттеләр ҡала мэрияһында.
Рейтингтың тәүге унлығына шулай уҡ Нижневартовск, Төмән, Сочи, Екатеринбург, Краснодар, Көньяҡ Сахалин һәм Белгород инә. Мәскәү – 25-се, Санкт-Петербург – 20-се урындарҙа урынлашҡан. Силәбе 39-сы баҫҡысты биләй. Сургут рейтингтың лидеры булып тора.
Шулай итеп, Өфө «Урбаника» рейтингында юғары һөҙөмтәләрҙе тотороҡло һаҡлап ҡала һәм лидерлыҡтары юғары тормош кимәле һәм ҡала мөхите сифаты менән бәйле булған ҡалаларҙың тәүге унлығына инә. Шул уҡ ваҡытта, йылдан-йыл үҙ һөҙөмтәләрен яҡшыртыусы, Рәсәйҙең башҡа миллионлы ҡалаларының уңыштары ҡыуандыра. Был ҡалалар араһында ғәҙел көнәркәшлек көрәше өсөн тәүшарттар булдыра.
- Һәр кешегә эштә, ялда, спорт менән шөғөлләнеүҙә, күңел асыуҙа үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек биреүсе, халыҡтың бөтә категориялары өсөн уңайлы, дуҫтарса ҡала мөхите булдырыуға республиканың баш ҡалаһында ҙур иғтибар бүленә. Рейтингтағы юғары позициялар һайланған юлдың һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың дөрөҫлөгөн дәлилләй. Был йүнәлештәге эш дауам ителәсәк, — тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.
Ҡалаларҙың интеграль рейтингы дүртенсе йыл рәттән төҙөлә. Тикшереүҙең маҡсаты – илдә «хаҡ» һәм «сифат» күрһәткестәре нисбәтендә йәшәргә иң ҡулайлы ҙур ҡаланы табыу. Ул ҡаланың йәшәргә йәлеп итеүсәнлеген күтәреү буйынса үткәрелгән сәйәсәт һөҙөмтәлелеген сағыштырып баһаларға мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика