11:29 (UTC+5), 31 Октября 2014

Өфөлә Ольга Голодец 39-сы гимназияла булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Йома, 31 октябрҙә, Өфөгә эш сәфәре менән килгән, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец һәм республика Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң 39-сы гимназияһында булдылар.
Әле бында 1890 бала уҡый. Интерактив таҡталар, электрон журналдар һәм көндәлектәр, видеоконференцэлемтә, электрон карточкалар системаһы – бөтә был заманса мәғлүмәти технологиялар мәктәптең көндәлек практикаһына индерелгән. Быға Ольга Голодец мәктәпкә ингәс тә инанды.
Фойела плазмалы «Мәғлүмәти стенд» ҡуйылған, ул бөтәһе өсөн дә, шул иҫәптән ата-әсәләр өсөн дә уңайлы. Улар дәрестәрҙең расписаниеһын ҡарай, яңылыҡтар, мәктәптә уҙасаҡ саралар менән таныша ала.
Гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары һәр саҡ яңы нәмәне табырға ынтыла. Бөгөн мәктәп каникулдары башланғанға ҡарамаҫтан, түңәрәктәр һәм секциялар уҙғарыла.
4-се синыф уҡыусыһы Андрей Чердынцев Ольга Голодецҡа һәм Рөстәм Хәмитовҡа «Ҡояш энергияһы — кешелектең киләсәге» проектын күрһәтте.
Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры, оҙаҡламай был йүнәлештең талап ителәсәген билдәләп, эште маҡтап үтте. Мәктәп ҡунаҡтары уҡыусыларҙың тағы ла ниндәй тикшеренеүҙәр менән мауығыуҙарын һораны.
- Уҡыусылар төрлө-төрлө тикшеренеүҙәр уҙғара. Мәҫәлән, компьютерҙың күреү һәләтенә тәьҫире. Билдәләп үтергә кәрәк, ата-әсәләр ярҙам итмәһә былай килеп сыҡмаҫ ине, улар беҙҙең тәүге ярҙамсыларыбыҙ, — тип һөйләне гимназия директоры Ирина Кейекбаева.
- Мәктәбегеҙҙең Рәсәйҙең 500 иң яҡшы мәктәбе исемлегенә даими һәм тотороҡло инеүе – ул дөйөм ҡаҙаныш: уҡытыусыларҙың да, ата-әсәләрҙең дә, һәм, әлбиттә, балаларҙың. Бының өсөн рәхмәт һеҙгә, — тине, педагогтарға мөрәжәғәт итеп, Ольга Голодец.
Артабан вице-премьер, хорҙың репетицияһына килгән, беренсе синыф уҡыусылары менән әңгәмәләште. Улар ҡунаҡтар өсөн гимназияның гимнын башҡарҙы.
39-сы гимназия ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе. Ольга Голодец был ойошмаға арналған залды ҡараны, ғәмәлгә ашырылған проекттар һәм стендтарҙа урынлаштырылған ЮНЕСКО тураһындағы мәғлүмәт менән танышты.
Һуңында Ольга Голодец инглиз теле уҡытыусыһы Эльза Муллатаһирова етәкселегендәге дәрестә булды. Сығарылыш уҡыусылары шағир Роберт Бернстың кисәһенә концерт номерҙары әҙерләй ине.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика