Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2014, 10:15

Республиканың һигеҙ киң мәғлүмәт сараһы «Рәсәй патриоты» конкурсы еңеүселәре булды

ӨФӨ, 2014 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостандың һигеҙ киң мәғлүмәт сараһы «Рәсәй патриоты» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре булды. Иң яҡшы проекттарҙы һәм журналистарҙы бүләкләү тантанаһы 29 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уҙҙы.
- Конкурста бөтә ил ҡатнашты, — тип билдәләне Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Михаил Сеславинский. — Ысынында иһә, «Рәсәй патриоты» тигән яңғырауыҡлы исем артында ябай кешелек хәҡиҡәте, илеңә, ғаиләңә ҡарата һөйөү йәшеренә. Был темалар беҙҙең заманда бик көнүҙәк.
Ҡала, республика, ил мәнфәғәтенә йәшәүсе һәм эшләүсе кешеләр тураһында мәҡәләләр циклы өсөн «Учалы гәзите» баш мөхәррире Фәнисә Таһирова бүләкләнде. Премия, махсус бүләк һәм диплом менән Тәнзилә Үлмәҫбаева – «Юлдаш» мәғлүмәти йыр-моң каналында «Мәңгелек хәтер» проекты етәксеһе билдәләнде. Башҡортостандың билдәле кешеләре тураһында тарихи-заманса мәҡәләләр серияһы өсөн «Комсомольская правда» журналисы Евгений Соколовҡа бүләк тапшырылды.
Иң яҡшылар иҫәбендә – Өфөнөң «Молодежная газета» редакцияһы. Авторҙар Алексей Огородников һәм Андрей Королев конкурсҡа «Трудности перевода», «Диалог религий», «Портрет работницы в стиле модерн» һәм башҡа мәҡәләләрен тәҡдим иткәйне. Уларҙың эштәре конкурстың махсус бүләгенә һәм дипломына лайыҡ булды.
«Телецентр» киске каналдың «Алыҫ һәм яҡын Украина» ток-шоуы өсөн Азамат Әлмөхәмәтов, Стәрлетамаҡтың «Сельские нивы» гәзитендә «Самбисты» репортажы өсөн Юрий Нестеренко һәм «Радио России — Башкортостан» радиоһында «Солнечный город» программаһы һәм «Встречайте нас, Ангасяк!» тапшырыуы өсөн Гөлнара Ситдикова еңеүселәр тип танылды.
Диплом менән шулай уҡ «Калтасинская заря» гәзите баш мөхәррире Виталий Акиев республика халҡы – Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусылар тураһында мәҡәләләр циклы өсөн бүләкләнде.
«Рәсәй патриоты» конкурсы «2011-2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарының патриотик тәрбиәһе» дәүләт программаһына ярашлы уҙғарыла һәм киң мәғлүмәт сараларын патриотик тәрбиә традициялары һәм заманса бурыстары менән илһөйәрлек тематикаһын сағыу һәм бөтә яҡтан яҡтыртыуға дәртләндереү өсөн өндәлгән. Конкурсты уҙғарыу йылдары эсендә ул илдең медийәмғиәтендә танылыу тапты һәм Рәсәй журналистика конкурстары араһында киң танылғандарҙың береһенә әйләнде.
Быйыл конкурста 69 төбәк, шул иҫәптән Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы ҡатнашты. Финал этабына 525 киң мәғлүмәт сараһынан йәмғеһе 3322 эш ебәрелгәйне.
Читайте нас: