04:26 (UTC+5), 29 Октября 2014

Лилиә Шафиҡованың «Sochi без границ» фильмы – спорт киноһы фестиваленең көмөш призеры

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө режиссеры Лилиә Шафиҡованың «Sochi без границ» фильмы Тольяттила спорт киноһы һәм телевидениеһы фестиваленең көмөш призеры булды. Лилиә Шафиҡованың 35 минутлыҡ фильмы 2014 йылдың мартында Сочиҙа Паралимпия уйындарында төшөрөлгән, унда Рәсәй йыйылмаһы, 80 миҙал яулап, ваҡытынан алда һүҙһеҙ өҫтөнлөк менән дөйөм команда зачетында еңә. Бер нисә тиҫтәләгән эш араһында уныҡы «Спорт һәм йәмғиәт» номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип таныла һәм фестиваль Кубогына һәм дипломына лайыҡ була.
- Ул йылға йомғаҡ яһау менән ҙур спорт байрамы булды. Фестивалдә юғары сифатлы бик күп эштәр ҡатнашты, улар бөтәһе лә лайыҡлы булды. Хәҙерге ваҡытта спорт фильмдары мәрәйҙәр һәм голдар тураһында ғына түгел, шулай уҡ ябай кешеләргә лә ҡыҙыҡлы булырлыҡ итеп төшөрөлә. Паралимпия уйындарында хаталанырға хоҡуҡ булманы – бөтәһе лә беренсе дублдән төшөрөлдө, ә минең аккредатиция гәзиттеке генә ине – йәғни профессиональ камера, штатив, яҡтыртыу саралары менән дә ҡуллана алманым, ә тик ручка һәм диктофон менән. Әммә барыһы ла килеп сыҡты, Путиндың паралимпсылар менән осрашыуында ла була алдым. Фильмды бер үҙем тиерлек эшләгәс – үҙем төшөрҙөм, режиссерлыҡ иттем һәм монтаж яһаным, хеҙмәттәштәрем миңә «фиҙаҡәрлек өсөн» тигән диплом бирергә кәрәк тип шаярттылар. Шулай ҙа фильм төшөрөүҙә миңә ярҙам иткәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәтемде белдерәм, — тип һөйләне Лилиә Шафиҡова.
Лилиә Шафиҡованың фильмы Өфөлә төрлө телеканалдарҙа күрһәтелде.
Фестиваль «Һамар губернияһы һәм Волга буйы федераль округы йондоҙҙары-2014» Бишенсе Асыҡ спорт форумы сиктәрендә уҙҙы. Форумда Һамар өлкәһенең 10 ҡала һәм 27 муниципаль район вәкилдәре ҡатнашты. Быйыл тәүге тапҡыр сараға Волга буйы федераль округы, Камчатка, Санкт-Петербург, Мәскәү, Рязань вәкилдәре саҡырылды. Ҡатнашыусы бөтә фильмдар ҙа Тольятти ҡалаһы кинотеатрҙарында күрһәтелде. Шулай уҡ «Иң яҡшы телевизион программа» номинацияһында Өфөнән Әлфиә Ильясованың (UTV каналы) һәм «Молодежная газета» редакцияһынан Анна Михайлованың эштәре фестиваль призерҙары булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика