10:41 (UTC+5), 28 Октября 2014

Мәскәүҙә «ВДНХ»-ла Башҡортостан Республикаһы көнө уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлсәсәк Ханнанова/. Уҙған йәкшәмбелә Мәскәүҙә «ВДНХ»-ла «Мәскәү — дөйөм йортобыҙ» Мәскәү төбәк яҡташтары ойошмаларының фестивале сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһы көнө» уҙҙы. Сараны Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм «Башҡортостан яҡташтары» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Байрам Мәскәү Хөкүмәте булышлығында уҙҙы.
Республика көнө баш ҡалала икенсе тапҡыр киң билдәләнде. Тәүге тапҡыр ул былтыр Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә уҙғайны һәм «Мәскәү — дөйөм йортобыҙ» фестиваленең башланыуына арналғайны, уның сиктәрендә баш ҡала хөкүмәте йыл һайын һәр төбәк яҡташтар ойошмаһына йылына бер тапҡыр бер көнгә мәҙәни программа үткәреү өсөн, яҡташтар ойошмаһы ҡарамағына, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 62-се павильонын бирә. Мәскәү фестивале ойоштороусыларының фекере буйынса, нәҡ Башҡортостандың программаһы инде икенсе йыл бик күп ҡатнашыусыны йыя һәм сағыу, бай йөкмәткеле уҙа.
Республика көнө алдынан Мәскәүҙең Садовое кольцоһы буйлап махсус, башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән мәғлүмәти троллейбус йөрөнө. Унда быйыл баш ҡала вуздарына уҡырға ингән республиканың беренсе курс студенттары түңәрәк буйлап экскурсия яһаны. «Башҡорт» троллейбусынан Мәскәүҙә Республика көнөн үткәреү тураһында иғлан яңғыраны.
Байрам башҡорт телендә «Башҡортостан» киностудияһының ҡыҫҡа метражлы һәм анимация фильмдарын бушлай күрһәтеү менән башланды. Республика көнөн рәсми рәүештә «Башҡортостан яҡташтары» Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандан Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров һәм РФ Президенты ҡарамағында Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Олег Матыцин астылар. Артабанғы программа туғыҙ сәғәт дауамында «нон-стоп» режимында уҙҙы. Башҡорт дәүләт филармонияһы профессиональ артистарының сығыштарын халыҡ бейеүҙәре, Мәскәүҙең һәүәҫкәр башҡорт коллективтарының номерҙары, республика тормошон төрлө яҡтан күрһәтеүсе классик этюдтар, презентациялар алмаштырҙы. Бында шулай уҡ сувенирҙар, бал һәм милли биҙәүестәр йәрминкәләре, башҡорт телендә йәштәр КВН-ы, милли дискотека ойошторолдо. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе программала үҙе өсөн ҡыҙыҡлы нәмә таба алды.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика