07:28 (UTC+5), 28 Октября 2014

Ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә яңы йыл каникулдарына тиклем дауам итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 28 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Ауыл хужалығы йәрминкәләре Өфөлә яңы йыл каникулдарына тиклем дауам итәсәк. Бының хаҡта аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә ҡала мэры Ирек Ялалов хәбәр итте.
- Тәүге тапҡыр бындай ҡарар ҡабул ителә, — тип айырып әйтте хакимиәт башлығы. — Ауыл хужалығы етештереүселәре йөрөгәнгә тиклем йәрминкәләрҙе уҙғарасаҡбыҙ.
Миҙгелле йәрминкәләр Өфө халҡы өсөн яҡшы йолаға әйләнде. Күп йылдар инде уларҙа республика райондарында үҫтерелгән аҙыҡ-түлек һатыла. Элек йәрминкәләр ноябрҙең урталарында тамамлана торғайны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ауыл хужалығы йәрминкәләрен уҙғара башлағандан алып Башҡортостанда 6717 тонна картуф, 4274,3 тонна йәшелсә, 675,9 тонна бал һәм 1490,5 тонна ит һатылған. Уларҙан өфөләр уҙған ял көндәрендә 620,3 тонна картуф, 620,3 — йәшелсә, 65,3 — бал, 210,2 тонна — ит һатып алған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика