11:13 (UTC+5), 24 Октябрь 2014

Аномаль һыуыҡ һауа торошо төбәктә ял көндәренән һуң ғына сигенәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡышҡы һауа торошо республика территорияһында был аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ, тип хәбәр итә Башгидромет. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы синоптиктарының әйтеүе буйынса, республика буйынса кире температура күрһәткестәре октябрҙең ғәҙәттәге климат нормаларынан алты градусҡа түбәнерәк булды.
- Бындай айлыҡ аномалия һуңғы тапҡыр 2007 йылда күҙәтелде, шулай уҡ 1985, 2001 йылдарҙа октябрҙә һыуыҡ булды, — тип билдәләне метеопрогноздар бүлеге начальнигы урынбаҫары Светлана Положинцева.
24 октябрҙә һауа температураһы Башҡортостандың төрлө райондарында көндөҙ минус биш-ун градус сиктәрендә үҙгәрәсәк, бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран булыуы көтөлә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, төбәктең автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге ике-дүрт метрға тиклем насарланыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә.
Алдағы ял көндәре иң һыуығы буласаҡ. 25 һәм 26 октябрҙә төндә һауа температураһы 11 градусҡа тиклем түбән төшәсәк, көндөҙ шулай уҡ һыуыҡ буласаҡ – минус ете градус. Аяҙлы-болотло һауа торошо һаҡланасаҡ, ҡар яуасаҡ.
27 октябрҙән алып температура, октябрҙең һуңғы көндәренә ярашлы, нормаль күрһәткестәргә ҡайта башлаясаҡ. Аҙна башында термометр бағанаһы көндөҙ нулдән алып плюс биш градусҡа тиклем, төндә минус биш градусҡа тиклем күтәреләсәк. «Яуым-төшөм хәҙергегә ҡарағанда күберәк буласаҡ, епшек ҡар яуыуы ихтимал», — тип комментарий бирҙе Башҡортостан синоптиктары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика