07:47 (UTC+5), 23 Октября 2014

2015 йылда Аҡмулла уҡыуҙарын ребрендинг көтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2014 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылда Аҡмулла уҡыуҙарын ребрендинг көтә — улар Халыҡ-ара Евразия гуманистик форумына үҙгәртеп ҡороласаҡ. Форум концепцияһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Университетының юғары уҡыу йорттары-уҙаҡташтары ғалимдары, вәкилдәре өсөн асыҡ майҙансыҡ формаһында саралар комплексын үткәреүҙе күҙ уңында тота. Үҙгәрештәр ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйеү, Башҡорт дәүләт педагогия университетының ШОС Университеты составына инеү һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән бик күп эш бәйләнештәр менән бәйле, тип аңлатты М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты матбуғат үҙәге етәксеһе Ольга Михайлова.
2014 йылда Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре 15-19 декабрҙә уҙасаҡ. Улар «Төркиәт һәм шәрҡиәт өлкәһендә заманса тикшеренеүҙәр контексында мәғрифәтселек традициялары», «Сәйәси-мәҙәни киңлектә филологик белем», «Хәҙерге заман мәҙәниәтендә педагогик һәм гуманистик аспекттар», «Мәғрифәтселек һәм милли һынлы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте», «Педагогик фәндәр һәм заманса белем биреү» йүнәлештәре буйынса үтәсәк. Конференция һөҙөмтәһе буйынса мәҡәләләр йыйынтығының матбуғат һәм электрон варианттарын нәшер итеү күҙаллана.
Аҡмулла уҡыуҙары республикала мөһим ваҡиға булып тора. Йәмғиәттең һәм мәғариф системаһының демократик үҙгәреү юлында Башҡортостан, Рәсәй, БДБ һәм ШОС илдәренең прогрессив педагогик йәмәғәтселеген бергә туплап нығытыу идеяһында нигеҙләнгән, ғилми форум күпселек ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә. Йыл һайын Халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙарында 1000-дән ашыу кеше ҡатнаша, улар иҫәбендә РФ төрлө ҡалаларынан һәм төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән ғалимдар. Ул мәғрифәтсенең ижади мираҫына һәм тотош мәғариф проблемаларына ғилми-педагогик йәмәғәтселегенең ҙур ҡыҙыҡһыныуын дәлилләй.
Конференция тураһында тулы мәғлүмәт Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтында баҫылған. Электрон адрес: ruzal89@mail.ru, телефон (347) 273-26-09.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика